3 Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
«Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы?
Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!
Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.
Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.
Ҡара, ауыҙымды асам, Һүҙҙәрем телем осонда тора.
«Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы?
Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә.
Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.
Алтын да бар, аҫылташтар ҙа, ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел.
Мин бит һеҙҙе яҡшылыҡҡа өйрәтәм, һүҙҙәремде кире ҡаҡмағыҙ.