5 Был өсәүҙең әйтер һүҙе ҡалмағанын күреп, ярһып китте.
Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.
Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине.
Буздың нәҫеленән Барахелдың улы Әлиһу былай тине: «Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ. Шуға ла ҡыйыуһыҙландым, Фекеремде белдерергә ҡурҡып торҙом.
Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды.