4 Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине.
Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.
Был өсәүҙең әйтер һүҙе ҡалмағанын күреп, ярһып китте.
Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу – ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ.
Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;
Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.