Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 32:3 - Изге Яҙма

3 Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 32:3
12 Iomraidhean Croise  

Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.


Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»


Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.


Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.


Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине.


Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.


Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр.


Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan