2 Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.
Баш балаһы Ғус, уның энеләре Буз, Ҡымуил (ул Арамдың атаһы),
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:
„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.
Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.
Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.
Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.
Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем:
«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.
Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.
Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.