23 Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә?
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең, Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың, Аяҡ эҙемдән юллап киләһең.
Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле? Тоғролоҡ Һине уратып алған.
Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?
Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды, Ауыр бығауҙар кейҙерҙе.
Юлымды дәү таштар менән томаланы, Һуҡмағымдан аҙаштырҙы.
Шуға күрә уның барыр юлын Сәнскәкле ҡыуаҡтар менән быуам; Ҡайҙа барырға ла белмәһен тип, Ҡаршыһына ҡойма ҡуям.