21 Улар үлем көтә, тик таба алмай. Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй.
үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе!
уны көмөш эҙләгән һымаҡ, йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, –
Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.
Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.
Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.
Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?
Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.