18 Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта, Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй.
Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба.
Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат.
Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.