17 Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба.
Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта, Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй.
Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.
Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай.
Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ.
Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.
Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.
Был тәҡүә кеше аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың ҡанунһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән.
Мин күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, – ти Рух.
Раббы һине генә түгел, Исраил халҡын да пелештиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Иртәгә һин дә улдарың менән минең янда буласаҡһығыҙ. Раббы исраилдарҙың ғәскәрен дә пелештиҙәр ҡулына бирер.