13 Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,
Дөм ҡараңғы, үлем шәүләһе баҫҡан, Һис бер тәртип булмаған бер тарҡау ергә, Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булған урынға».
Бер мәл уны тамам еңәһең дә ул китә; Ҡиәфәтен үҙгәртәһең дә ебәрәһең.
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!
Мин Уны үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен, Үҙем, башҡа берәү түгел! Бәғерем телгеләнә эсемдә.
Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.
Берәү көсө ташып торған саҡта, Тәне һау-сәләмәт, һөйәгендә елеге тулып торғанда, Тыныс һәм етеш тормошта күҙен йомор.
Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.
Ҡоролоҡ менән эҫелек ҡар һыуҙарын йотҡан һымаҡ, Гонаһлыларҙы үлеләр донъяһы ялмап алыр.
Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.
Аҫта әруахтар тетрәнә, Һыуҙар һәм дә унда йәшәүселәр.
Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
Ниңә мине тыуғанда теҙҙәренә ҡабул иткәндәр? Ниңә миңә күкрәк һөтөн имеҙгәндәр?
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.