11 Ни өсөн мин үле тыумағанмын? Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен?
Сөнки ул төн әсәйемдең аналығын бикләмәгән, Күҙҙәремде ғазаптарҙан йәшермәгән.
Ниңә мине тыуғанда теҙҙәренә ҡабул иткәндәр? Ниңә миңә күкрәк һөтөн имеҙгәндәр?
Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.
Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!
Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.
Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.
Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.
Ул бер ҡасан да көн яҡтыһын күрмәне һәм белмәне, уға теге әҙәмгә ҡарағанда күпкә тыныс.
«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.
Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.
Сөнки мине әсәм ҡарынында эүлтермәне, Әсәм миңә ҡәбер булыр, Ҡарыны гел йөклө ҡалыр ине.
Эй Раббым, уларға әжерен бир, Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын, Һөтһөҙ күкрәк бир.