2 Тимер тупраҡтан ҡаҙып сығарыла, Баҡыр руданан иретелеп алына.
Силланың Тувал-Ҡаин исемле улы тыуҙы. Тувал-Ҡаин баҡырҙан һәм тимерҙән һәр төрлө ҡоралдар яһау оҫтаһы булды. Тувал-Ҡаиндың Нағама исемле ҡыҙ туғаны бар ине.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар.
Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара.
алтынды, көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, аҡ һәм ҡара ҡурғашты –
Унда икмәгеңде фәҡирҙәрсә ашамаҫһың, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәҫһең. Ерендәге таштарҙан тимер, ә тауҙарынан баҡыр сығарырһың.