8 Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.
Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн, Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын.
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай; Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә.
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?
– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?
Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.
Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы.
Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ.