7 Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн, Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын.
Батша Куш кешеһенән: – Авшалом иҫән-аманмы? – тип һораны. – Хакимым батшаның дошмандарының, яуыз ниәт менән һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең яҙмышы ул егеттеке һымаҡ булһын! – тип яуапланы Куш кешеһе.
Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.
Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.
Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!