Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 27:16 - Изге Яҙма

16 Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа, Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 27:16
15 Iomraidhean Croise  

Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡалды. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп булды.


Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне.


Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр, Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ.


Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.


Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –


Иҫән ҡалғандарҙы үләт ҡәбергә индерер, Тол ҡалған ҡатындары илап оҙата алмаҫ.


Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер, Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр.


Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында.


Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.


Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.


Тир үҙенә бер ҡәлғә төҙөнө; Саң-туҙан ҡәҙәрле көмөш, Урамдағы балсыҡ саҡлы саф алтын йыйҙы.


Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.


Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan