4 Был һүҙҙәргә һине кем өйрәтте? Кемдең рухы һинең аша һөйләй?
Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм, Зиһенем яуап бирергә рухландыра.
Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
Аҫта әруахтар тетрәнә, Һыуҙар һәм дә унда йәшәүселәр.
Сөнки эсем таша әйтер һүҙҙән, Рух миңә тынғылыҡ бирмәй.
Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.
Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.