2 «Хәле ҡалмағанға нисек ярҙам иттең? Көсһөҙ ҡулға таяныс булдыңмы?
Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.
«Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!
Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:
Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Әллә миндә таш ныҡлығы бармы? Әллә тәнем баҡырҙанмы?
Бөтөнләй сараһыҙ ҡалған мәлдә Үҙемә ярҙам итерлек хәлем булырмы?
Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын.
Аҡыл алыр, хаҡлыҡҡа өйрәнер өсөн Кемдән Ул кәңәш һораған? Кем Раббыға белем биргән, Зирәклек юлын күрһәткән?