14 Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ.
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Йәшерен һүҙ ишетелде миңә, Ҡолағыма бышылдау сағылды.
Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем; Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Села
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.
Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың.
Ҡояш һымаҡ балҡый, Ҡулынан нур түгелә, Ҡөҙрәте шунда йәшенгән.
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».