13 Уның һулышынан күк йөҙө асылды; Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе.
Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың рухы һиҙелә ине.
Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән, Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән.
Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.
Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.
Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.