11 Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.
Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде.
Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған, Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла
Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.
Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо, Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне.
Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай.
Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.
Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер.
Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.