8 Тауҙарҙа һалҡын ямғырҙа һыуланышып, Ышыҡ тапмай ҡаяларға һыйыналар.
Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ, Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар.
Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.
Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу… Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый: «Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем, Күгәрсенем минең, гүзәлем! Башым сыланды төнгө ысыҡҡа, Тамсыларҙан сәсем дымланды».
Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына.
Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.