4 Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.
Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.
Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?
Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,
Яланғастың туңып үлгәнен, Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп, Битараф ҡына ҡарап торһам,
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.
Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.
Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә, яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә.
Яуыздар артһа, кеше йәшенә, ҡырылып бөтһә, тәҡүәләр ишәйә.
Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.
Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,
Ә атаһы үҙенең ғәйебе арҡаһында үлер. Сөнки залим булды, ҡәрҙәштәрен таланы, Халҡы араһында яманлыҡ ҡылды.
Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.
Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.
Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!