Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 24:3 - Изге Яҙма

3 Етемдәрҙең ишәген алып китә, Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 24:3
9 Iomraidhean Croise  

Йәрәбә һалып, етемде бүлешәһегеҙ, Сауҙалашып, дуҫығыҙҙы һатырға әҙерһегеҙ.


Яҡыныңдан аманат итеп кейемен алып тораһың икән, ҡояш байығансы ҡайтар –


Аманат итеп тирмән ташының өҫтөн дә, аҫтын да алмағыҙ. Быны эшләгән кеше аманатҡа йәнде алған булыр.


Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan