2 Кешеләр ыҙан таштарын күсереп ҡуя, Урланған малдарын көтә.
Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.
Баҫыуым да мине ғәйепләһә, Бураҙналар минән зарланып һыҡтаһа,
Уңыштарын астар ашар – Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар, Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор.
Ата-бабаң ҡуйып ҡалдырған боронғо ыҙан ташын күсермә.
Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә, етемдәр өлөшөнә һин кермә,
Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә йәшәй башлағас, ата-бабаларығыҙ ҡуйған, күршегеҙ менән сиктәш ыҙан ташын урынынан күсермәгеҙ.
«Күршеһенең ыҙан ташын күсергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.