16 Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.
Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.
Хакимдары ҡараңғыла кәрәк-ярағын яурынында күтәреп юлға сығыр. Уны сығарыр өсөн диуарҙа тишек яһарҙар. Ташлап киткән ерен күрмәҫ өсөн ул йөҙөн ҡаплар.
Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.
Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.