11 Зәйтүн ағастары араһында май һығалар, Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар.
Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар, Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас.
Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!
Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты. Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай, Шатлыҡ тауыштары яңғырамай; Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй, Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды.
«Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!
Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма.
Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.