10 Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар, Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас.
Зәйтүн ағастары араһында май һығалар, Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар.
Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.
Уның уңышын бушлай ашаһам, Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам,
Әгәр ул ярлы кеше булһа һәм аманат итеп бирергә кейеменән башҡа әйбере булмаһа, кейеме һиндә булған көйө йоҡларға ятма.
Ураҡ мәлендә баҫыуыңда берәй көлтә онотолоп ҡалһа, уны барып алма. Әйҙә ул килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға булһын. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һәр эшеңдә Үҙенең фатихаһын бирер.
Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.