6 Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.
Ҡулыңды минең өҫтөмдән ал да Дәһшәтең менән ҡотомдо алма.
Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем, Бөтә әйткәндәрен аңлар инем.
Әгәр эш ҡеүәттә булһа, Ул ҡеүәтле! Ғәҙеллек юлларға булһа, Кем Уны хөкөм ҡаршыһына килтерә ала?
Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар.
Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.
Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.
Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым һәм көслө асыуым менән хакимлыҡ итәсәкмен.
Һеҙҙе халыҡтарҙың сүленә алып барасаҡмын һәм шунда һеҙҙең менән йөҙмә-йөҙ хөкөмләшәсәкмен.