5 Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем, Бөтә әйткәндәрен аңлар инем.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Дәғүәмде алдына һалыр инем, Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем.
Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.