2 «Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:
Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға, Төйәгенә бара белһәм икән!
Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй, Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра, Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра».
Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.
Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
Ултырһын яңғыҙ тын ғына, Сөнки был Раббы һалған йөк.
– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.