8 Ергә ҡеүәтлеләр хужа була, Дәрәжәле генә унда төйәкләнә, тип уйланың.
Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.
Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?
Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
Илле башлыҡтарын, арҙаҡлыларын, кәңәшселәрен, Оҫта сихырсыларын, күрәҙәселәрен тартып аласаҡ.
Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары, Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр.
Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.