7 Арығанға эсергә һыу бирмәнең, Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең.
Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,
Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!
Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.
Астар өсөн йәнеңде бирерҙәй булһаң, Иҙелгәнгә нимә кәрәк, шуны бирһәң, Нурың ҡараңғыла балҡып торор, Дөм ҡараңғы ваҡытың да көн үҙәге һымаҡ балҡыр.
Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.
Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,
Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,
Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирмәнегеҙ,
Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң».