3 Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?
Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.
Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“
«Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?
Ул һине Үҙенән ҡурҡҡан өсөн әрләй, Шуға күрә хөкөмгә илтә тиһеңме?
Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине.
Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала?
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес, ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер.
Раббы боҙоҡ күңеллеләрҙән ерәнә, пак юлдан барыусылар Уға ҡыуаныс.
Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.
Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.
Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.
Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.