11 Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.
Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
Өҫтөңә мул ямғыр яуҙырһын тип Болотҡа тауыш күтәрә алаһыңмы?
Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.
Ул мине ҡыуалап алып китте, Яҡтыла түгел, дөм ҡараңғыла йөрөттө.
Һыуҙар башымдан ашты, Мин: «Бөттөм», – тинем.
– Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы!
Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.