8 Уларҙың балалары һәр саҡ эргәләрендә, Нәҫелдәре күҙ алдында.
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер.
Өйҙәре имен, бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ, Алланың таяғы баш өҫтәрендә янамай.
Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.
Ейәндәр – өлкәндәрҙең тажы, балаларҙың даны – ата-әсәһе.
Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.