3 Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.
Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?
Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә.
Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
«Әйткәнемде диҡҡәт биреп тыңлағыҙсы, Мине йыуатыуығыҙ шул булһын.
Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?