12 Дөңгөр һуғып, арфа сиртеп бейешәләр, Һыбыҙғыға ҡушылышып йырлайҙар.
Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, арфа ҡылдары сиртеп оҙатыр инем.
Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине – унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды.
Бала-сағалары көтөү булып йөрөй, Бәрәстәр кеүек һикерәнләп уйнай.
Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.
Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!
Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.
Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.