Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 20:6 - Изге Яҙма

6 Тәкәбберлеге күккә ашһа ла, Башы болоттарға тейеп торһа ла,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 20:6
8 Iomraidhean Croise  

Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan