11 Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер.
Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Тире лә һөйәк кенә тороп ҡалдым, Бына-бына йәнем сығып бара.
Берәү көсө ташып торған саҡта, Тәне һау-сәләмәт, һөйәгендә елеге тулып торғанда, Тыныс һәм етеш тормошта күҙен йомор.
Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.
Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.
Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.
Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.
Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.