10 Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине.
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.
Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була, Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә.
Балалары хәүефкә яҡын булыр, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар, Уларҙы һис кем яҡламаҫ.
Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.
Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш.
Әгәр ебәрмәһәң, уны һаман тыйып тотһаң,
Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.
Ә шулай ҙа тотһалар, ете ҡат арттырып түләтерҙәр, бөтә мөлкәтен тартып алырҙар.
Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.