7 Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.
Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.
«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».
Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.
– Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.
Тирем ҡарайып, һуйылып төштө, Һөйәктәрем ялҡынһынып яна.
Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан, Тирем ҡутырлаған, эренләгән.
Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.
Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».
Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.
Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.
ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.