6 – Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.
«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».
Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.
Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.
Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села
Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит.
Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.
Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.
Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.
Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителер