5 Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Ә Дауыт Аллаға былай ти: – Халыҡты һанарға ҡушҡан мин түгелме ни? Мин гонаһ ҡылдым, мин енәйәт эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Раббым, Аллам минең, ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә. Үҙ халҡыңды һәләк итмәһәңсе.
Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.
Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.
– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.
– Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.
Ҡатыны уға: – Һаман да намыҫ һаҡлайһыңмы? Алланы ҡарға ла үл! – тине.
Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.
Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.
Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,
Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ.
Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.