Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 2:3 - Изге Яҙма

3 Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 2:3
26 Iomraidhean Croise  

Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


– Уйымда ла юҡ! Берәй нәмәне юҡ итһәм, емерһәм, мине ҡәһәр һуҡһын! – тип яуап бирҙе Йоав. –


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.


Бер көндө илаһи заттар Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.


– Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше.


Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.


Раббы шайтандан: – Һин ҡайҙан килдең? – тип һораны. – Ер йөҙөнөң бер яғынан икенсе яғына йөрөп, урап сыҡтым, – тип яуап ҡайтарҙы шайтан.


– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.


Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр. Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?


Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!


Тәҡүә бәлә-ҡазанан ҡотолоп ҡалыр, уның урынына яман әҙәм эләгер.


Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.


Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.


– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.


Быға өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булғанға күрә мин дә шуға эйә булырға тырышам.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan