Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 2:12 - Изге Яҙма

12 Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 2:12
17 Iomraidhean Croise  

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә атаһынан: – Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! – тип үтенде.


Уның шулай тип әйтеүе булды, ҡысҡырып илаша-илаша батша улдары ла килеп етте. Батша үҙе лә, уның хеҙмәтселәре лә әсе күҙ йәштәре түкте.


Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.


Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.


Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Туғандарым ташланы, Йән дуҫтарым ситкә типте,


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн Улар әсенешеп илар. Баштарына тупраҡ һибеп, Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –


Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы.


Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы.


Быны күреп, Дауыт менән кешеләре ҡысҡырышып иларға тотондо һәм хәлдән тайғансы йәш түкте.


Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan