Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 2:11 - Изге Яҙма

11 Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 2:11
34 Iomraidhean Croise  

Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы.


Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ.


Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбе: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы;


Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була.


Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Ибраһимдың Ҡытура исемле йәриәһе Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдар табып бирә. Йоҡшандың улдары: Шева менән Дедан.


Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була.


Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй.


Нағаманан килгән Софар былай яуапланы:


Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.


Темандан килгән Әлифаз былай яуапланы:


«Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем, Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар.


Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.


Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине:


Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.


Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!


Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы:


Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.


Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.


Шунан Темандан килгән Әлифаз, Шуах кешеһе Билдад, Нағамандан килгән Софар Раббы ҡушҡанса эшләнеләр. Раббы Әйүптең доғаһын ҡабул итте.


Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.


Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар.


Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы:


Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.


Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.


Үҙ дуҫыңды ла, атаң дуҫын да ташлама, бәлә килһә, туғаныңа барма: эргәләге күршең йыраҡтағы ҡәрҙәшеңдән яҡшы.


Икеләтә бәлә килде һиңә! Кем генә һине ҡыҙғаныр икән? Талау һәм һәләкәт, ҡытлыҡ менән ҡылыс – Кем һине йыуата алыр?


Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?


Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр, Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр!


Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.


Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan