8 Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә?
Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде; Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты.
Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!
Шуға күрә лә ғәҙеллек беҙҙән йыраҡ, Раббы беҙҙе ҡотҡармай. Яҡтылыҡҡа өмөтләндек, ә әйләнәбеҙҙә ҡараңғылыҡ; Нур эҙләйбеҙ, дөм-ҡараңғыла йөрөйбөҙ.
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Шуға йөрөгән юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булыр. Улар шунда ҡыуылырҙар һәм ҡоларҙар; Сөнки яза йылында уларҙың Баштарына ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –
Һәр яғымдан ғазап менән ҡоймаланы, Әрнеү менән солғап алды.
Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды, Ауыр бығауҙар кейҙерҙе.
Юлымды дәү таштар менән томаланы, Һуҡмағымдан аҙаштырҙы.
Шуға күрә уның барыр юлын Сәнскәкле ҡыуаҡтар менән быуам; Ҡайҙа барырға ла белмәһен тип, Ҡаршыһына ҡойма ҡуям.
Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.
Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ.