7 Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы.
Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы.
Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең. Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың.
Бәләгә тарыған әҙәм ярҙам һорап ҡысҡырғанда Уға ҡаршы ҡул күтәрәләрме ни?
Ҡарайып ҡаттым, тик ҡояштан түгел; Йыйын уртаһында тороп ялбарамын.
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?
Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.
Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.
Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.
Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы.