Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 19:6 - Изге Яҙма

6 Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 19:6
18 Iomraidhean Croise  

Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?


Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?


«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:


Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә?


Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.


Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.


Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.


Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?


Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?


Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.


Раббы Хаким былай ти: „Күп халыҡтар йыйынында Өҫтөңә ауымды ырғытырмын, Улар һине йәтмәм менән һөйрәп сығарасаҡ.


Ләкин юлға сығыу менән, Мин баштарына ау ырғытырмын, Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм – Йыйындарында белдергәнемсә, Мин уларҙы язаға тарттырам.


Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan