5 Үҙегеҙҙе минән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ, Кәмһетелеүемде үҙемә ҡаршы йүнәлтәһегеҙ икән,
Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.
Әгәр ысынлап юлдан яҙған булһам да, Унан бит бары минең үҙемә зыян!
«Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең.
Өмөтөмдө Аллаға бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын?
Эй Алла, әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен, Шөкөр ҡорбандары килтерермен.
Ул көн ете ҡатын, бер иргә йәбешеп: «Үҙ икмәгебеҙҙе ашарбыҙ, үҙ кейемебеҙҙе кейербеҙ, тик һинең исемеңде алайыҡ, беҙҙе хурлыҡтан ҡотҡар», – тип әйтәсәк.
Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.
Тәкәбберлектәре өсөн, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы халҡын мыҫҡыл итеп түбәнһеткән, Уларҙы хурлаған өсөн яза был.
Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын.
– Раббы быны минең турала хәстәрлек күреп эшләне, кешеләр алдындағы хурлығымды юйҙы, – тине ул.
– Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны шәкерттәре.
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
Раббы Ханнаны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткәнгә күрә, көндәше Пенинна уның йәненә тейә, кәмһетә.